top of page

                                                       Эссе

Дәрес башлана…………

Урамда сыр-сыу килеп балалар уйнай. Уларҙың тауыштары күңелдәге серле ҡылдарҙы сыңлата, мине уйҙар арбаһына ултыртып, ғәмһеҙ бала сағыма алып китә…

Күккә олғашҡан Урал тауҙары итәгендә, халҡымдың йөрәктәргә үтеп инерлек моңон йыйған Ағиҙел йылғаһы буйында ултырған Аҙналы ауылы – минең бала сағым бишеге, рухи булмышымдың сығанағы. Хозур Белорет тәбиғәте минең сабый күңелемдә матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләне. Туғандарымдың, яҡын кешеләремдең үҙ эшен намыҫ менән үтәүен күреп үҫеү хеҙмәткә хөрмәт менән ҡарарға өйрәтте. Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫып, ғүмерлек һөнәр һайлағанда мин бер ҙә икеләнеп торманым: балалар күңеленә матурлыҡ орлоҡтары сәсеүсе, киләсәк тормоштарында рухи маяҡтар күрһәтеүсе иң изге һөнәр – уҡытыусы һөнәрен һайланым.

Дәрес башлана…

Мин  уҡыусыларҙың күҙҙәренә бағам. Был күҙҙәрҙә күпме хистәр сағыла (“Күҙҙәр – күңел көҙгөһө”, ти бит башҡорт халыҡ мәҡәле)?! Берәүҙәре – ныҡлы ышаныс менән, икенселәре - ҡыҙыҡһынып ҡарай, өсөнсөләрендә - әҙерәк ҡурҡыу ҙа сағылғандай… Ҡайһы бер балалар күҙ ҡарашын йәшерә. Ә бына был күҙҙәрҙә - битарафлыҡ…   Һәр бер пар күҙ – үҙенсәлекле күңел донъяһының сағылышы. Мин ошо донъяларҙы асырға, уларға үҫергә, ҡаршылыҡтарҙы еңергә, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итергә тейеш. Минең бурысым – һәр уҡыусыға ижади мөмкинлектәрен асырға ярҙам итеү, үҙ көсөнә ышандырыу. Башҡорт теле дәресенең төп маҡсаты – уҡыусыла башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте миҫалында күңел матурлығы тәрбиәләү,  Башҡортостаныбыҙҙағы, Рәсәйҙәге, донъялағы төрлө ваҡиғаларға дөрөҫ баһа бирергә, үҙ аллы белем алырға өйрәтеү. Ә был маҡсаттарға нисек ирешергә? Был һорауға һәр уҡытыусы үҙенсә яуап бирә. Мин был һорауҙы үҙемә көн һайын бирәм,  уйланам, эҙләнәм. Яуапты ҡайһы саҡта – фәнни һәм методик әҙәбиәттә, ҡайһы саҡта – көндәлек эш тәжрибәһендә, ә ҡайһы саҡта уҡыусыларҙың күҙҙәрендә табам… 

Ҡайһы бер борсолоулы уйҙар күңелемде әрнетә,  хафалы уйҙарға һала. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә рус мөхитендә үҫкән төрлө милләт балаларының туған телдәрен белмәүе, үҙ телен кәрәк түгел тип һанауы, уларҙың ата-әсәһенең был проблемаға битараф булыуы, башҡорт дәүләт теленең ҡулланыу даирәһенең үтә тар булыуы…

Туған телгә һөйөү һәр балала әсәһенең күкрәк һөтө менән тәрбиәләнергә тейеш, ти халыҡ аҡылы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә аҡһаҡалдарҙың был алтын һүҙҙәре ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Сыңғыҙ Айтматов һүрәтләгән “маңҡортлоҡ” күпме быуын кешеләренең күңелен ағыуланы,  күпме ата-әсәләр туған телен дә, ата-бабаларын да онотто! 21-се быуатта был афәткә аҡсаға, матди байлыҡҡа табыныу  тигән “сир” өҫтәлде.   Күп ата – әсә үҙ балаһына матди байлыҡтарын мираҫ итеп ҡалдырырға тырыша (өй, машина, ҡиммәтле әйберҙәр). Ниңәлер, быуаттар буйы килгән йола буйынса, баланың милләте менән айырылғыһыҙ булған туған телен мираҫ итеп ҡалдырыуҙы оноталар, ғәзиз балаларын туған теленән мәхрүм итәләр. Кем был хатаны төҙәтергә тейеш?! Минеңсә, туған тел уҡытыусыһы менән олатай-өләсәйҙәр. Берәүгә лә сер түгел, туған телдең тамырҙары ауыл ерендә нығыраҡ һаҡлана. Күп балаларҙың тамырҙары әлегә ауылда, ял көндәрендә, каникулдарҙа Өфө балалары ауылға, олатайҙарын һәм өләсәйҙәрен, дуҫтарын һағынып, ашҡынып ҡайта. Хәҙерге компьютерҙар заманында уҡыусыларҙың ауылдағы туғандары, ауыл мәктәптәре менән бәйләнеш ойоштороу проблема түгел. Шәжәрә байрамдары, ауыл мәктәптәре менән скайп аша төрлө темаларға  һөйләшеүҙәр үткәреү, асыҡ видеодәрестәр һ.б. саралар маңҡортҡа әйләнеп барған башҡорттарҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итер, тип уйлайым. 

Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһындағы юлдар менән әйткәндә:

Ырғытайыҡ ҡулдар етмәҫ ергә

Сабый телен сапҡан балтаны.

Аңлауҙан да бигерәк төҙәтеүе,

Төҙәтеүе ауыр хатаны.

Бөгөндән үк егеләйек эшкә,

Етер һибелеүҙәр юҡ-барға.

Һүҙ һөйләүҙән генә ҡотаймай йорт,

Телде һаҡлап булмай тел сарлап.

         Башҡортостан республикаһында, башҡорт ерендә йәшәп, башҡорт дәүләт телен белеү - кәрәкмәгән эш, бушҡа ваҡыт үткәреү, тип ҡараған ата-әсәләр аҙмы? Минеңсә, шундай ата-әсәләрҙең һәр береһе менән айырым аңлатыу эше алып барырға кәрәк. «Башҡорт телен белеү һеҙгә, һеҙҙең балағыҙға ниндәй зыян килтерәсәк?»- тигән һорауға әлегә тиклем бер ата-әсә лә миңә яуап бирә алғаны юҡ. Башҡорт телен уҡытыуҙы пропагандалауҙа класс етәксеһе булып эшләгән туған тел уҡытыусылары, эше менән коллегалары, уҡыусылары, ата-әсәләр алдында абруй ҡаҙанған туған тел буйынса директор урынбаҫарҙары  ҙур  роль уйнай. Ниңә башҡорт, татар милләтле ата-әсәләр быға ҡаршы сыҡмайҙар, ниңә улар менән аңлатыу эше алып барылмай? Ата-әсәләр комитеты ҙур көскә эйә,  был көстөң мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланыу – туған тел уҡытыусыһының да, персональ коэффициентҡа тороп ҡалған директор урынбаҫарҙарының да изге бурыстарының береһе.

 Туған тел – ул һәр кемдең булмышына,  ҡанына һеңгән. Тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләтте туған тел генә уята һәм тулыһынса аса ала.    Классиктар бөйөк әҫәрҙәрен фәҡәт туған телдәрендә ижад иткәндәрен, бөйөк асыштар тик туған телдә табылғанын балаға еткереү, аңлатыу – туған тел уҡытыусыһы булараҡ минең алда торған төп маҡсатым, тип һанайым.  

 Башҡорт теле бөтһә – башҡорт милләте юҡҡа сығасаҡ, милләт булмаһа – Башҡортостан иле булмаясаҡ. Туған тел уҡытыусыһына   телде, милләтте, илде һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. Был яуаплы эш тиҙ генә атҡарыла торған эш түгел.  “Киләсәккә пландарың бер йылға икән – арыш сәс, тиҫтә йылдарға икән - ағас ултырт, ә быуаттарға икән – балалар тәрбиәлә”, - ти халыҡ мәҡәле. Мин изгелек таратыусы хеҙмәтемде быуаттарға планлаштырҙым. Ҡыҙыҡһынып ҡараусы балаларҙың ышанысын аҡлау өсөн,  ҡурҡып ҡараған һәм ҡарашын йәшергән күҙҙәрҙә хөрмәт хисе сағылһын өсөн, битараф ҡарашлы балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн көн һайын изге хеҙмәтемде башҡарам, уҡыусыларым алдында рухи маяҡ булып янып торам!  

Дәрес дауам итә...

bottom of page